Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау маҡсатында Радий Хәбиров Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында “Торатау” геопаркы ойоштороу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Геопарк үҙ эсенә Торатауҙы ғына түгел, Йөрәктауҙы ла ала, бында тикшеренеү эштәре ойоштороласаҡ, туризмды үҫтереү өсөн шарттар булдырыласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостан Фәндәр академияһы Рәсәй Фәндәр академияһы менән бергә “Торатау” геопаркын ЮНЕСКОның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү өсөн саралар планы төҙөйәсәк.