Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Декабрь 2018, 17:18

Улар һаулыҡ өләшә. Арабыҙҙа һәйбәт кешеләр. Рәхмәт һеҙгә, аҡ халатлылар!

Һуңғы осор һаулыҡ һаҡлау тармағына ифрат етди һәм, үкенескә ҡаршы, урынлы тәнҡит һүҙҙәре бик йыш әйтелде. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тип ҡул һелтәргә лә булыр ине, әгәр дауаханаларҙа, фельдшер-акушер пункттарында, тиҙ ярҙам станцияларында эшләгән меңдәрсә намыҫлы, үҙ эшенә мөкиббән киткән аҡ халатлы фәрештәләр булмаһа.

Улар ысын мәғәнәһендә беҙгә һаулыҡ өләшә: көн, төн тип тормай үҙенең ауыр һәм яуаплы эшен башҡара, ҡатмарлы операциялар яһай, беҙҙең ғүмеребеҙҙе ҡотҡарып ҡала. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҙ эшенә яуапһыҙ ҡараған бер нисә етәксенән генә тормай, күпселеге ябай санитарканан алып дауахананың баш табибына тиклем намыҫлы белгестәр, үҙ эшенең оҫталары. Ошоно күҙ уңында тотоп, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары сайттары “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмдәрендә өр-яңы “Улар һаулыҡ өләшә” рубрикаһын индерә. Хөрмәтле дуҫтар! Иманыбыҙ камил, һеҙ йәшәгән төйәктә һәйбәт, намыҫлы, үҙ вазифаһын еренә еткереп үтәгән табиптар күпселек. Әйҙәгеҙ, уларҙы күрәйек, маҡтайыҡ, дәртләнеп эшләһендәр! Беҙ һеҙҙән врачтар, медицина хеҙмәкәрҙәре хаҡында фотоһүрәттәр, йылы хаттар көтәбеҙ.
Читайте нас: