Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Декабрь 2018, 11:49

Республика етәкселегенең юлдарҙа тәртип урынлаштырыу тураһындағы күрһәтмәһе эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Эштәр һүҙ менән түгел, аҡса һәм өр-яңы автобустар менән нығытыла.

БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты быйыл 690 миллион һумға 100 күп һыйҙырышлы автобус һатып алыу тураһында иғлан итте. Автобустарҙың аҡ төҫкә буялыуы, ҡала шарттарына яраҡлаштырылыуы мөһим.

Дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, был автобустар ҙур эштең башы ғына. Транспортта һәм маршруттарҙа тәртип урынлаштырыу дауам итә. “Башавтотранс” автобустарының 60 процентҡа тиклем иҫкергән булыуы төп проблема булып тора. Киләһе йылдарҙа тағы ла 150 автобус һатып алынасаҡ.
Читайте нас: