Йыл башынан күп фатирлы йортта йәшәүселәр ай һайын 130 һум, шәхси йортта йәшәүселәр 185 һум түләйәсәк. Республика етәксеһе хаҡтарҙы төшөрөүҙе талап итте: “Мин был һандарҙы ҡабул итмәйем. Хаҡтарҙы ысҡындырығыҙ, халыҡ быны тарта алмаясаҡ. Төбәк операторҙарын йәлеп итегеҙ. Хаҡтарҙы төшөрөгөҙ, улар халыҡ күтәрерлек түгел. Һеҙҙең докладығыҙҙы мин ҡабул итмәйем. Әгәр кәрәк булһа, операторҙарҙы миңә саҡырығыҙ”.