Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Декабрь 2018, 18:09

Рәсәй Президенты В.В. Путин “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе ағзаларын халыҡҡа яҡыныраҡ булырға саҡырҙы. Тик улар был саҡырыуҙы ишеттеме икән?

Үткән шәмбе Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең сираттағы съезы үтте. Съездың йомғаҡлау өлөшөндә Рәсәй Президенты В.В. Путин сығыш яһаны. Президент сығышында халыҡҡа яҡыныраҡ булырға, массаларҙан айырылмаҫҡа, әйткән һәр бер һүҙең өсөн яуаплы булырға тәҡдим итте.

Ысынлап та, әлеге тәҡдимдәр бик ваҡытлы яңғырай. Сөнки яуаплы вазифалар биләгән фирҡә ағзалары араһында яуапһыҙ һүҙ һөйләүселәр ҙә бар. Улар үҙҙәренең генә түгел, Рәсәйҙә тотороҡлолоҡ һәм эшлекле тәҡдимдәре менән айырылып торған фирҡәнең абруйын төшөрә. “Берҙәм Рәсәй”был осраҡта бындай ағзаларҙан арынып бара.
Читайте нас: