Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Декабрь 2018, 11:38

Ниһайәт ҡалаларҙағы күп ҡатлы йорттарҙың подъездарына иғтибар итеүсе табылды. Республика башлығы Радий Хәбиров подъездарҙы ремонтлау мәсьәләһен күтәреп сыҡты.

Комплекслы ремонт эштәренең программаһы киләһе йыл баштарында әҙер буласаҡ. Беҙ йәшәгән йорттарҙағы подъездарҙың хәҙерге торошо бер ҙә оҡшамай. Күбеһенең стеналары яҙылып, ҡырылып бөткән. Ишектәр боҙолған, тәҙрәләр ватыҡ. Ремонт эштәре барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе күҙ уңында тота.

Ә аҡса ҡайҙан һуң? Сығымдарҙы республика, ҡала һәм райондар ҡаҙнаһынан һәм идара итеүсе компанияларҙың ремонт өсөн йыйылған иғәнәһенән бүлеү ҡаралған.
Читайте нас: