Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Декабрь 2018, 11:35

Элвин Грей бына өс-дүрт ай инде әсәһен күргәне юҡ. Оҙаҡламай Радик әсәһе янына Таиландҡа осасаҡ.

Әлегә башҡорт һәм татар эстрадаһының сәхнә йондоҙо Өфө-Аренаны шаулата. Һигеҙ меңдән ашыу тамашасы өс сәғәт буйы Радик Юлъяҡшинды һәм уның сәхнәләш дуҫтарын алҡышланы. Күпме генә тырышмаһындар, әлегә эстрадала Элвин Грей менән көндәшлеккә сығырлыҡ йондоҙ тойолмай. Киреһенсә, Радик үҙенең сәхнәләге эшмәкәрлеген киңәйтергә, яңы мөмкинлектәр асырға ынтыла.

Концертта “Элвин Грей” лейблы (тамғаһы) тәҡдим ителде.Ошо тамға менән туҡланыу ойоштороласаҡ, кейемдәр коллекцияһы, парфюмерия һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатыласаҡ. Яңы исем менән сәхнәгә яңынан-яңы артистар сығасаҡ. Бындай алым милли эстрадала беренсе тапҡыр ойошторола. Киң киҙәнә егет, дөрөҫ эшләй, заманса эстрада бығаса күрелмәгән ҡыйыу аҙымдар талап итә.
Читайте нас: