Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Декабрь 2018, 18:04

Чубайс үпкәләгән... Беләһегеҙме, кемгә? Халыҡты бөлгөнлөккә төшөргән Чубайс сираттағы белдереүе менән тағы ла бер һиҫкәндерҙе.

Эйе, ябай халыҡ Чубайсты тағы ла үпкәләтте. Йәнәһе, игелекһеҙ халыҡ Рәсәй байлыҡтарын бүлешеп алған ҡомһоҙ кешеләрҙе олигархтар тип атап, уларҙы кәмһетә икән. Был фекергә аңлатма биреү артыҡ.

Халыҡты талағандарҙы башҡаса нисек атарға мөмкин? Бер ҡараһаң, Чубайс олигархтарҙы түгел, үҙен аҡларға тырыша. Ул халыҡты алдаштырып, ике “Волга” вәғәҙә итеп, бөтә Рәсәйҙе бөлгөнлөккә төшөрҙө. Сенатор Пушков дөрөҫ әйтә: “Чубайс үҙенең хата фекере менән йәмғиәтте ҡаршы ҡуя. Бындай һүҙҙәр һөйләгәндә һаҡ булырға кәрәк”.
Читайте нас: