Был, тимәк, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 284 килограммға күберәк тигән һүҙ. Учалылар һәр һыйырҙан 8000 килограмм, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы райондарында – 6000 килограммдан ашыу һөт һауалар. Һандар тос һәм ғорурланырлыҡ, ләкин барыһын да шик аҫтына ҡуйырға ашыҡмағыҙ. Сөнки бының етди сәбәбе бар.
Аҙыҡ-түлек магазиндарының һөт ризыҡтары кәштәләренә генә күҙ һалығыҙ. Кәштәләр сағыу-сағыу төргәктәрҙәге ризыҡтарҙан һығылып тора. Тимәк, ышанмай сарабыҙ юҡ, республикала һөт күпләп етештерелә һәм бөтәбеҙгә лә етә. Малсылар тағы ла яҡшыраҡ эшләһен.