Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Декабрь 2018, 13:34

Украиндар беҙгә хәҙер дуҫ түгел. Иң яҡын күршеләр беҙҙән алыҫлашҡандан-алыҫлаша бара.

Украина менән Рәсәй араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүҙе юҡҡа сығарыуҙы Украинаның Юғары радаһына президент Петр Порошенко тәҡдим итте. Был килешеүҙе 2019 йылдың 1 апреленән өҙөү өсөн парламенттың 277 депутаты тауыш бирҙе. Президенттың закон проектын раҫлауына берәү ҙә шикләнмәй, тимәк, Рәсәй менән Украинаны аҙмы-күпме бәйләп торған һуңғы хоҡуҡи нигеҙҙәр ҙә юҡҡа сыға.

Әйткәндәй, Октябрь револицияһынан һуң СССР ойошторолғанда Украинаға байтаҡ ҡына Рәсәй ерҙәре лә бүлеп бирелгән. Хәҙерге Рәсәй Украинаға ошо майҙандарҙы ҡайтарыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүе бар.
Читайте нас: