Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скорцова раҫлауынса, аҙаҡҡы биш йылда алкоголь ҡулланыу – 40 проценҡа, өлкәндәр араһында тәмәке тартыу – 22 процентҡа, балалар араһында – 2,5 тапҡыр кәмегән. Шуның һөҙөмтәһендә, ғүмер оҙонлоғо ирҙәр араһында 72,7 йәшкә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында 77,6 йәшкә еткән. Хатта үлем осрағы һиҙелерлек кәмегән.
Араҡыға килгәндә, эскелектең ике тапҡыр кәмеүе шикләндерә. Беләһегеҙме ни өсөн? Теге урындағылар ҡойған, ситтән индерелгән ялған араҡыны иҫәпкә алыусы бармы икән? Ошо һорауға яуап ишетке килә.