Был дәғүәгә В.В. Путин һәр ваҡыттағыса бик тос яуап бирҙе: “Эйе, иғтибарығыҙҙы йүнәлтәм, бөгөн 129 доллар, киләһе йылға 127 доллар буласаҡ, ә Германияла 250 доллар. Евразия иҡтисади союзы ағзалары өсөн өҫтөнлөк шунда түгелме ни?”
Белоруссия Рәсәйҙән арзанлы кредиттар, ярты хаҡына нефть-газ алып, яман өйрәнеп китте шул. Ошо урында бөгөнгө һөйләшеүгә бер мөнсәбәте булмаһа ла, ҡисса иҫкә төшә.
...Бер өйҙә эт менән бесәй йәшәгән. Бесәйҙең алдына ашарға һалған һайын: “Аҙ һалалар, үҙҙәренә күберәк ҡала, мине ашатмайҙар, ана өҫтәлдәре һығылып тора, минән йәлләйҙәр”, – тип, асыулы ыҫылдай икән.
Ә тышта, ояһында, эт ҡышҡы һыуыҡта ҡалтыранып ята һәм: “Бөгөн дә ашарға эләкмәне... Хужа үҙе лә астыр инде, минең ҡайғы юҡтыр, ярай, бер көн ашаттылар, бөгөн булмаһа, иртәгә аҙыҡ булыр”, – тип, үҙен тынысландыра икән.