Әлеге сәфәрҙең киләсәктә яҙмышты хәл итер мәғәнәгә эйә булыуы ихтимал. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарында үҙҙәре үк закон боҙған, енәйәт ҡылған кешеләр осрап тора. Икенсе яҡтан, бөгөнгө студенттар киләсәктә хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләйәсәк һәм, нисегерәк йомшаҡ әйтергә, енәйәт ҡылыусыларҙы хөкөм итәсәк һәм төрмәгә ултыртасаҡ.