Барлыҡ донъялағы һымаҡ мәғлүмәт технологиялары (IT сфера) өлкәһендә тир түгеүселәр уртаса 52100 һум эш хаҡы ала. Икенсе урында 45700 һум менән транспортсылар һәм йөк ташыуҙы ойоштороусылар, өсөнсө – етештереү өлкәһендә – 42800. Артабан төҙөлөш һәм күсемһеҙ милек менән идара итеү – 40400, сауҙала – 39400, финанстарҙа – 39100, банктар – 38100, маркетинг – 34800. Персонал менән идара итеү тармағында эшләүселәр 34200 һумға иҫәп тота ала. Шулай итеп, уртаса эш хаҡы 40800 тәңкә тәшкил итә. Эш хаҡы юғары, ләкин Мәскәү менән сағыштырғанда, буйтым ҡайтыш. Мәскәүҙә – 64600. Санкт-Петербургта – 50500, Екатеринбургта – 44000. Күреп тораһығыҙ, эш хаҡы теләк буйынса түгел, һәләткә ҡарап түләнә.