Яҡын йылдарҙа Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге мөһим саралар үткәреләсәк, тимәк, ҡаланы биҙәү, ошонда йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлы итеү йәһәтенән ифрат күп эшләргә тура киләсәк. Бер ыңғай “Әр-Рахим” мәсетен төҙөүҙе дауам итеү һәм шул биҫтәне төҙөкләндереү мәсьәләһе ҡаралғандыр, тип уйларға нигеҙ бар.