Торғонлоҡ дәүерендә һыйырҙарҙан һөттө аҙ һауған, түбән уңыш йыйған, ҡыҫҡаһы, насар эшлгән хужалыҡ рәйестәрен эштән сығара торғайнылар. Ойоштороу мәсьәләһе (оргвопрос) тип ҡуйыла ине көн тәртибенә. Был онотолған тәжрибә, күрәһең, хәҙер эшләмәйҙер, йә хоккей һымаҡ миллиард һумдар әйләнгән даирәгә ҡағылмайҙыр. Барыбер аңламайым, ундарса, йөҙҙәрсә миллион һум эш хаҡы алып, нисек насар уйнамаҡ кәрәк? Элек шул күҙәтелә ине: хоккейсылар үҙҙәренә оҡшамаған тренерҙан ҡотолорға теләһә, юрамал илке-һалҡы уйнай, шайбаны уңлы-һуллы төрткөләп, ваҡыт ҡына үткәреп йөрөй. Бәлки, уларға башҡа төрлө дәртләндереү ысулдарын табырға кәрәктер?