Ғәлим Хисамов тағы ла бер роман яҙған. Яңы әҫәр Башҡортостан Республикаһының автономия иғлан итеүенә 100 йыл тулыуға арнала.
Былтыр “Ағиҙел” журналында яҙыусының “Шаҡай бураны” тип аталған әҫәре баҫылып сыҡҡайны һәм бынан бер быуат элек Башҡортостанда барған ваҡиғаларға арналғайны. Яңы роман “Шаҡай бураны.2” (“Башкирпомощь”) тип атала һәм 20-се йылдарҙа барған фажиғәле аслыҡ йылдарын һүрәтләй.
Автор милләтебеҙ яҙмышында иң драматик урындарҙың береһен биләгән дәүерҙе бөтә дөрөҫлөгөндә асып һалған. Был китапты тыныс ҡына уҡырға мөмкин түгел. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ғазаплы кисерештәр, тетрәнеүҙәр көтә.