Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Декабрь 2018, 11:40

Өфө Аэропорты Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк. РФ Йәмәғәт палатаһы Рәсәй аэропорттарына бөйөк шәхестәрҙең исемен биреү хаҡында ҡырҡ ике финал йомғаҡтарын иғлан итте.

Өфө аэропортына исем ҡушыу бәхәсле төҫ алды, бер төркөм акциялар иғлан итеүҙән дә тартынманы. Айыҡ аҡыл еңде, хәҙер аэропортыбыҙ бөйөк замандашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк. Тауыш биреүҙә 95707 кеше уға өҫтөнлөк бирҙе, Муса Гәрәев – 74533, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев өсөн 24554 тауыш иҫәпләнде.

Санкт-Петербург, Архангельск, Түбәнге Варта аэропорттарын икенсе тур көтә, Пенза, Минераль Һыуҙар буйынса ҡарар ҡабул итеү кисектерелгән, Таулы Алтайҙа айырым ҡарау фарыз тип табылған.
Читайте нас: