Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Декабрь 2018, 19:54

Борон-борондан халыҡ аҡылы ауырлы ҡатындарҙы рәнйетеүҙән, аҡылға һайҙарҙан көлөүҙән, етемдәрҙең өлөшөнә инеүҙән ҡәтғи тыйылырға өндәй.

Үкенескә ҡаршы, ата-әсәһеҙ ҡалған етемдәрҙе рәнйетеүҙе үҙ файҙаһына ауҙарырға тороусылар табылып тора. Ноябрь урталарында Өфөгә Рәсәй Президентының бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Анна Кузнецова килгәйне. Беҙҙең республикала етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән етди етешһеҙлектәр асыҡланған.

– Күптән түгел Башҡортостандан ҡайттым, унда етемдәргә өйҙө һаҙлыҡта, йә ағас төпһәләр араһында төҙөйҙәр, – тип тәнҡитләй вәкил.
Бер ҡараһаң, мәшәҡәте юҡ һымаҡ, федераль ҡаҙна аҡсаһын бүлә, урындарҙа мохтаждарҙы барлап, исемлек төҙөп, фатир, йә өй төҙөргә, һис юғы, һатып алып бирергә кәрәк.
Түрәләр нимә эшләй инде? Шул аҡсаға стеналары йоҡа, йә ярылған торлаҡ һатып алып, етемдәрҙән ҡотолорға тырышалар. Республикала шундай тиҫтәләп осраҡ теркәлгән.
Республиканың хәҙерге етәксеһе Радий Хәбиров етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә һәм етемдәрҙе уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ҡәтғи талаптар ҡуйҙы.
Читайте нас: