Күптәргә мәғлүм, Таналыҡ йылғаһы Баймаҡ ҡалаһының уртаһынан аға. Тәүге боҙ өҫтөндә малайҙар күңелле итеп уйнай. Көтмәгәндә ете йәшлек Динар боҙ аҫтына китә. Ярай әле был хаҡта урындағы поликлиниканың шәфҡәт туташы 41 йәшлек Рита Амантева белеп ҡала һәм ике уйлап тормай, боҙло һыуға һикерә, малайҙы ярға алып сыға. Малайҙың һулыш алыуы һиҙелмәй, тәжрибәле медицина хеҙмәткәре уға тиҙ ярҙам күрһәтә, малай тын ала башлай. Ваҡиғаларҙы күреп ҡалған “маршрутка” водителе килеп етә һәм баланы дауахананың реанимация бүлегенә илтеп еткерә. Бәхеткә, малай иҫән ҡала. Малайҙың ата-әсәһен, уның үҙен әлегә берәү ҙә күргәне юҡ. Бәлки, быныһы артыҡтыр, иң мөһиме – Динарҙың иҫән ҡалыуы.Ә шулай ҙа, Рита Амантаева наградаға лайыҡ, тип иҫәпләйбеҙ. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Әйткәндәй, көҙ йылы килә, боҙ бик йоҡа, баларығыҙ ҡайҙа уйнай? Көҙгө боҙ көҙгөләй булһа ла ышан, ә яҙғы боҙ яҫтыҡтай булһа ла ышанма, тигән мәҡәл хәҙер үҙенең әһәмиәтен юғалтты. Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ.