Автоинспекторҙар бының сәбәбен транспорт сараларының күбәйеүендә, ҡайһы бер водителдәрҙең тәртипһеҙлегендә күрә. Бәлки шулайҙыр. Сөнки, үткән ял көндәрендә генә юлдарҙа эскән килеш йөҙҙән ашыу водитель тотолған. Ғөмүмән, халыҡ юлдарҙа тикшереүҙең артыуын ыңғай ҡабул итә. Ярай, быныһына ғына түҙербеҙ, тик юлдарҙа тәртип булһын.