Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Декабрь 2018, 10:44

Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, БР-ҙың элекке премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов банктың Урал баш идаралығы начальнигы вазифаһына тәғәйенләнгән.

Рөстәм Мәрҙәнов яңы вазифала 5 декабрҙә эшкә тотонасаҡ. Мәғлүм булыуынса,

Урал баш идаралығы Үҙәк банк тармағында иң ҙурҙарҙың береһе. Уның ҡарамағына Силәбе, Екатеринбург өлкәләре, Башҡортостан һымаҡ ҙур төбәктәр ҡарай. Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, Рөстәм Мәрҙәнов бай тәжрибәле идара итеүсе, ул Рәсәй кимәлендә яуаплы эштәр башҡара ала.
Читайте нас: