Республика етәксеһе: “Һеҙҙең бер генә юлығыҙ бар, һеҙ үҙгәрәһегеҙ, кешеләрҙе ишетәһегеҙ, замансаға әйләнәһегеҙ һәм беҙ бергә атлайбыҙ йә, ваҡыт һеҙҙе уҙып китә һәм беҙ ҙә һеҙҙе урап үтәбеҙ, был осраҡта һеҙ беҙгә кәрәкмәйһегеҙ. Ҡалалар һәм райондар башлыҡтары урындарҙа кешеләр менән даими осрашырға бурыслы. Осрашыуҙар туранан-тура булырға тейеш. Текә ҡиәфәттә кабинеттарығыҙҙа ултырмағыҙ, кешеләр эргәһенә барып һөйләшегеҙ. Бына мин райондарға сығам, һәр урында мине ябай кешеләр ҡаршылай. Был бик шәп, беҙҙе ҡаршылағандары өсөн рәхмәт. Мине сәскәләр менән ҡаршыламайҙар, быныһы дөрөҫ, проблемалар менән көтөп торалар. Ә һеҙ, хакимиәт башлыҡтары, ябай кешеләр менән йышыраҡ эшләгеҙ”, – тине.