Рәсәйҙә уртаса 39100 һум эш хаҡы алыныуын күҙ уңында тотһаҡ, өфөләр һисә тә насар йәшәмәй. Өҫтәүенә, Волга буйы Федераль округында беҙ был йәһәттән беренсе урындарҙың береһендә. Алдараҡ әйткәйнек, статистика бик хәйләкәр тармаҡ. Сөнки, һеҙ 10-15 мең алһағыҙ, кемдеңдер эш хаҡы айына 2-3 миллион булыуы ихтимал. Һеҙҙе, меңдәрҙе, шул кемгәлер берәүгә ҡушһаҡ һәм бүлһәк, уртаса 42 мең һум килеп сыға инде. Ишеткәнһегеҙҙер, бер яҡташыбыҙ Мәскәүгә барып сыҡҡан. Бер үҙе түгел, 41 миллион һум менән! Мәскәү “асыҡ ауыҙ”ҙарҙы ярата, күҙ асып йомғансы аҡсаһын талап алғандар. Мәскәү һиңә Өфө түгел, урамда миллиондар менән иркенләп йөрөп булмай.