Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров: “Мин, дөрөҫөн әйткәндә, уны өгөтләп ҡарағайным. Уның Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкында эшләүе республика өсөн дә мөһим. Оҙаҡламай уның юғары кимәлдә тәғәйенләнеүе хаҡында белербеҙ, тип уйлайым. Мин һеҙгә яҡшы эшегеҙ, оҙаҡ йылдар ҙур республиканың тормошон ойоштороуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм”, – тине.
Әлегә премьер-министр яуап биргән тармаҡтарҙы урынбаҫарҙар араһында бүлеү ҡаралған. Хөкүмәт рәйесе вазифаһын, күҙәтеүселәр билдәләүенсә, республиканың әлеге етәксеһе үҙ иңенә алыуы бик ихтимал.