Был отставка күптән көтөлә ине. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендә, айырыуса дәүләт тедәрен, туған телдәрҙе уҡытыуҙа етешһеҙлектәр өҫтәлә барҙы. Проблемаларҙы хәл итеүҙән министрлыҡ ситләште һәм етди тәнҡиткә дусар булды. Етмәһә, элекке мәғариф министрының белем кимәле лә, үҙе әйткәнсә, “эксперимент” һөҙөмтәһендә, аңлайышһыҙ шик тыуҙырҙы. Мәғарифта етешһеҙлектәр күп, айырыуса башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа бәхәстәрҙең тынғаны юҡ. Бындай проблемаларҙы киң йәмәғәтселек менән бергә, кәңәшләшеп, хәл итергә кәрәктер?