Уның ҡарауы, Рәсәй эшселәренең 4,4 проценты ай һайын йөҙ мең һумдан ашыу эш хаҡы ала. Иң юғары эш хаҡы Ямал-Ненец автономиялы округында, Чукотка менән Ненец автономиялы округында, Магадан өлкәһендә. Бишенсе урында, әлбиттә, Мәскәү. Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ юҡ, уртаса хеҙмәткәр Рәсәйҙә ун ете меңдән ҡырҡ дүрт мең һумға тиклем эш хаҡы ала. Ундайҙар беҙҙә 50 процент, имеш.
Иң түбән эш хаҡы Дағстан, Ҡарасәй-Черкес республикаларында.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанды, эш эҙләп, йөҙ меңләп кеше ташлап киткән, туҡһан меңләп, эш эҙләп, беҙгә килгән. Шуға күрә, ауылығыҙҙа кешеләр кәмеһә, ә ҡалаларҙа – Ҡаф тау яғы кешеләре күбәйһә, ғәжәпләнмәгеҙ. Хеҙмәт миграцияһы тип атала ул.