Был хаҡта республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы “Инстаграм”да сәхифәһендә: “Күптәр өсөн ул ҙур спортсы һәм ифрат популяр көрәшсе. Ә минең өсөн, шулай килеп сыҡты, ул, өҫтәүенә, ысын дуҫ, бына тигән аҡыллы егет, изге йөрәкле ҙур сабый, унда Рәсәйгә һәм россияндарға бик күп ихлас һөйөү”.