Ә бер нисә көн элек кенә был тамашаны тыйыу тураһында ла һүҙҙәр сыҡҡайны. Бер төркөм социаль селтәрҙәр аша йырсыға ҡаршы петицияға ҡултамғалар йыя башлағайны. Радиктың йырҙарынан етешһеҙлектәр табыусылар ҙа килеп сыҡты. Ләкин халыҡ һөйөүе көслөрәк булып сыҡты, әйтеүебеҙсә, концерт ҙур уңыш менән үтте. 8 декабрҙә йондоҙло яҡташын талапсан Өфө тамашасыһы көтә. Ун меңдән ашыу тамашасыға иҫәпләнгән “Өфө-Арена” стадионында билеттар күптән һатылып бөткән, алыпһатарҙар 3-4 хаҡына тәҡдим итеп йөрөйҙәр. Рәхим итегеҙ, әгәр билет таба алһағыҙ.