Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Декабрь 2018, 11:32

Аптырамағыҙ, полицейскийҙар тағы тотолған. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында енәйәтселәрҙең ишәйеүе ябай халыҡтың именлегенә янай.

Нефтекама ҡалаһының ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен енәйәт төркөмө ойоштороуҙа һәм урланған автомобилдәр һатыуҙа ғәйепләүҙәре ихтимал. Төрлө сығанаҡтарҙан килгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Нефтекама ҡалаһы автоинспекторҙары урланған автотранспортты рәсмиләштереү һәм һатыу менән шөғөлләнгән. Енәйәтселәр ҡиммәтле автомобилдәргә өҫтөнлөк биргән, дөрөҫ булһа, урланған йөҙҙәрсә автомобиль теркәлгән. Әлеге мәлдә ун алты автомобиль табылған, ун кеше зыян күргән тип иҫәпләнә.

Прокуратурала ришүәт алалар, полицияла үҙҙәре енәйәткә юл ҡуялар. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында законды боҙоуҙарға юл ҡуймаҫ өсөн тағы ниҙәр эшләп ҡарарға һуң?
Читайте нас: