Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Декабрь 2018, 15:54

Яңы йылға буҙа эшлә!

Буҙа эшләүҙең иң еңел ысулын тәҡдим итәбеҙ. Яңы йыл табынына бик шәп өҫтәмә буласаҡ был эсемлек рецебы шарттарын теүәл генә үтәһәгеҙ, тәмле булыр.

3 литрлыҡ һалҡын һыуға 0,7 литрлыҡ һауыт менән "Геркулес" ярмаһы һалып, 5-10 минут ултыртып ҡуйырға. Унан ошо массаға бер ҡалаҡ аҡ май һалып, бер туҡтауһыҙ болғатып, талғын утта бер сәғәт ҡайнатырға. Артабан килеп сыккан кеҫәл һымаҡ нәмәне иләк аша үткәреп, төйөрҙәрен һөҙөп алырға һәм ултыртып ҡуйып, һыуынғанын көтөргә (Сифатлы булһын тиһәгеҙ, һыуытыу мотлаҡ!). Һыуытылған ҡайнатмаға кибеттә һатылған ҡымыҙҙан 1-2 стакан, 1 стакан шәкәр ҡомо өҫтәргә. Бынан һуң буҙаны төрөп, йылы урынға ултыртып ҡуйырға һәм бер генә көн көтөргә кәрәк булыр. Түҙгәнгә – түш тигәндәй, бер көндән телеңде йоторлоҡ милли ризыҡ әҙер тигән һүҙ. Икенсегә эшләгәндә ҡымыҙ урынына ошо буҙаны ҡуллана алаһығыҙ. “Ул сағында, буҙа тағы ла шәберәк була”, - ти ғүмере буйы буҙа эшләүсе инәй.
Илгиз ИШБУЛАТОВ.
Читайте нас: