Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Ноябрь 2018, 12:12

Элвин Грей, йәки Радик Юлъяҡшин Өфө-Аренала тулы зал йыя. Ә “Салауат Юлаев” командаһы көйәрмәндәрен йонсотто һәм баш тренер менән хушлашырға йыйына.

Һәр уйынды команда еңә һәм маҡтала, ә еңелһә, хоккей тренеры ғәйепле. Был хәҡиҡәттең дөрөҫлөгөн раҫлар өсөн яҡташтарыбыҙҙың турнир таблицаһында биләгән урынына күҙ ташлау ҙа етә. Әлегә етенсе урынды биләйбеҙ, февраль аҙаҡтарында плей-офф көтә, тимәк, төшөп ҡалмаһаҡ, хәл иткес уйындарҙа беҙ быйыл бер тапҡыр ҙа еңә алмаған “Автомобилист”ҡа, йә “Аҡ Барыҫ”ҡа сығабыҙ. Әлбиттә, артабан да түбәнгәрәк тәгәрәүҙән ҡотолһаҡ. Команданың абруйы күҙ алдында төшә бара, көйәрмәндәр еңеү талап итә, ә ябай тамашасылар хоккейға барыуҙан баш тарта. Шуның өсөн Өфө-Аренаның трибуналары яртылаш буш.

Бер нисә көндән үҙебеҙҙең Башҡорт Радик Юлъяҡшин, йәғни, Элвин Грей (уныһы нимә аңлаталыр, үҙенән һорағыҙ) туп-тулы зал йыясаҡ һәм гөрләтеп концерт бирәсәк.

Үҙем ишеттем, Элвин Грей ут күршеләрҙең Салауат Фәсхетдиновын йыр һәм трибуналар менән ярышырға саҡырған. Салауат, һаулығына һылтанып, баш тартҡан. Шулай шул, был һиңә, сәхнәгә сығып, “фанера” шалтыратыу түгел. Бәлки, “Аҡ Барыҫ”ҡа ҡаршы беҙгә Радикты ярҙамға саҡырырға кәрәктер?
Читайте нас: