Шулай ҙа, һорау бар: Өфөләге Башҡорт дәүләт медицина университетын меңдән ашыу кеше тамамлай, уларҙың күбеһе ҡаҙна иҫәбенә уҡытыла, белгестәр йүнәлеш буйынса ҡабул ителә, һуңынан улар ҡайҙа юғала?
Радий Хәбиров: “Мин Рәсәй Федерацияһы субъектының етәксеһе булараҡ, төбәк территорияһында барған һәр бер ваҡиға өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алам. Шундай уҡ талапты муниципалитет башлыҡтарына ла ҡуям, яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ. Айырыуса, һаулыҡ һаҡлау һымаҡ, республика өсөн ифрат нескә һәм киҫкен өлкәлә яуаплылыҡ юғары булырға тейеш”, – тине.