Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ноябрь 2018, 12:32

Ҡоролтайҙа хәҙер яңы рәйес. Ниһайәтме?!.

Шаршамбы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттағы ултырышында ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Йәмәғәт ойошмаһының ике йыл элек һайланған рәйесе Әмир Ишемғолов үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырыуы хаҡында белдерҙе.

Мәғлүм булыуынса, Әмир Миңлеәхмәт улы Башҡортостан Республикаһының Умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми тикшеренеү институты директоры булып та эшләй. 2021 йылдың йәйендә Башҡортостанда умартасыларҙың “Апимондия” халыҡ-ара конгресы ойоштороласаҡ. Был сараны үткәреү өсөн тиҫтәләрсә ил көс һынашты, әммә Өфө еңеп сыҡты. Әмир Ишемғоловтың ойоштороу һәләте ошо еңеүҙә тос сағылыш тапты. Конгрестың ойоштороу дирекцияһын да Әмир Миңлеәхмәт улы етәкләйәсәк тип фараз ителә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының идара ултырышында яңы рәйес вазифаһына Данир Әхмәҙиә улы Ғәйнуллин һайланды. Яңы рәйес вазифаһын төп эшенән айырылмайынса башҡарасаҡ. Ул бер үк ваҡытта Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры булып эшләй.

Ҡоролтайҙың яңы рәйесенә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: