Радий Хәбиров, инвестициялар йәлеп итеүҙе яйға һалыу маҡсатында, Республика Башлығының Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинды ошо тармаҡ өсөн яуаплы итеп тәғәйенләне. Александр Сидякин шулай уҡ Иҡтисади үҫеш министрлығына һәм Республика үҫеше корпорацияһына кураторлыҡ итеүе ихтимал.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, инвестициялар иң нескә темаларҙың береһе. Хәҙер һәр кесе йома Хөкүмәт ултырыштарында инвестициялар сәғәте үткәреләсәк.
Белешмә өсөн шуны билдәләйбеҙ, республика һуңғы ете-һигеҙ йылда Рәсәйҙең инвестициялар йәлеп итеү рейтингында утыҙынсы-ҡырҡынсы урындарҙы биләне. Өфөлә бәхәсле “Кроношпан”, экологик йәһәттән имен булмағандар иҫәбендәге Салауат ҡалаһында Акрил кислотаһы заводын иҫәпкә алмағанда, ҡеүәтле объекттар төҙөлмәне.