Бер нисә көн элек Һарытауҙан ябай кешеләргә күберәк макарон ашарға тәҡдим иткән хеҙмәт министры хаҡында яҙғайныҡ инде. Липецк өлкәһенең губернаторы студенттарҙың сауҙа нөктәләрендә аҙыҡ-түлектең ҡиммәтлегенә зарланыуына, был һеҙҙең проблемағыҙ, сөнки һеҙ эш хаҡын әҙ алаһығыҙ, тип яуап биргән. Әлбиттә, ай һайын йөҙҙәрсә мең эш хаҡы алған губернаторҙы ике-өс мең һумға йәшәгән студент менән сағыштырыуы еңел түгел. Хәтерләйһегеҙҙер, Борис Ельцин 90-сы йылдар башында үҙенең реформаторҙарына эйәреп, Рәсәй иҡтисады өсөн хәҙерге күләмдәге кешеләр кәрәкмәй, тип әйтеп ысҡындырғайны. Эш шуға барып етте, Б. Н. Ельциндың илай-илай отставкаға китеүе В. В. Путиндың тарҡалып барған Рәсәйҙе көс-хәлгә йыйып алыуы менән тамамланды. Хәҙер хәл үҙгәрҙе, тотороҡлолоҡҡа һәм аҙмы-күпме именлеккә өйрәнеп алған халыҡ күберәкте, йәғни, юғары эш хаҡы, мулыраҡ пенсия талап итә. Ул ғына етмәгәйне, ябай халыҡ әүҙемләште, етмәһә, түрәләргә оҡшамаған һорауҙар бирәләр һәм яуап талап итәләр. Ә Свердловск өлкәһе Хөкүмәтенән Йәштәр департаменты директоры, йәш кенә ханым (ғаиләһе, балаһы юҡ), шундай һорауға: “Һеҙҙән берәү ҙә бала табыуығыҙҙы һораманы, һеҙҙең хаҡта дәүләт түгел, ата-әсәләрегеҙ хәстәрлек күрергә тейеш”, – тип яуап биргән һәм Сейшел утрауҙарына ял итергә киткән. Ҡайтҡас, шелтә биргәндәр һәм эште “йомғандар”. Халыҡ мәнфәғәтендә тос ҡына ғәмәлдәр ҡылыу теләге Кремлдең үҙендә лә тойола башланы. Президенттың май указдарын үтәү йөҙөнән, сығымдар өсөн 28 триллион һум аҡса бүленеүе лә шул хаҡта һөйләй. Уҡып ҡарағыҙ, ана бит, эш хаҡтарын, пособиеларҙы арттырырға, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты үҫтерергә, тип яҙылған.