Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ноябрь 2018, 13:07

Эшҡыуарҙарға иғтибар киҫкен рәүештә етмәй!

Хәҙер улар үҙҙәренең мәшәҡәттәре менән республика етәксеһенең социаль селтәрҙәрҙәге махсус сәхифәһенә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала.

Радий Хәбиров эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашты һәм өс төп мәсьәләне билдәләне. Уның фекеренсә, республикала бизнес менән шөғөлләнергә теләүсе йәштәр ифрат күп, улар эшҡыуарлыҡта нығынырға һәм төбәкте үҫтерергә теләй. Шул уҡ ваҡыттарҙа эшҡыуарҙарға иғтибар етмәй, уларға дәүләт тос ярҙамын күрһәтергә бурыслы. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, етәкселек менән аралашыу аҙ, ике яҡлы бәйләнеш юҡ, хатта чиновниктарҙың вазифаларын уҫал ниәттә файҙаланыуҙары хаҡында әйтмәйҙәр.
Хәҙер бизнесмендар Радий Хәбировтың Фейсбуктағы махсус төркөмөндә уға туранан-тура мөрәжәғәт итә ала. Етәксе билдәләүенсә, был төркөм эшҡыуарҙар, инвесторҙар, бизнесмендар өсөн тәғәйенләнгән. Башҡа граждандарҙы Радий Фәрит улы шәхси төп сәхифәһе аша аралашырға саҡыра.
Читайте нас: