Үҙенең никахлы ҡатыны был хаҡта белеүҙән ҡото осҡан ир һөйәркәһенең йәнен ҡыйыуҙан башҡа, бер йүнле юл да таба алмай. Енәйәт ҡот осҡос шарттарҙа тормошҡа ашырыла, ир ҡатынды, бер нисә тапҡыр сәнсеп, үлтерә һәм сүплектә күмеп ҡуя. Ҡайғынан тамам аптыраған ата-әсәһе ике айҙан ашыу ҡыҙҙарын көтә. Аҙаҡ иргә ҡарата енәйәт эше асыла. Тикшереү ваҡытында бахыр ир һөйәркәһенең ауырлы икәнлеген белмәүен раҫларға тырыша. Аҙаҡ, билдәле, ирҙе ҡаты тәртипле холоҡ төҙәтеү колонияһына ун биш йылға иркенән мәхрүм итәләр. Енәйәтсе мәрхүмәнең ата-әсәһенә әхлаҡи зыянды ҡаплау йөҙөнән бер миллион һум аҡса түләйәсәк.