Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2018, 12:52

ЯҠШЫ КЕШЕНЕ ЭТ ТЕШЛӘМӘЙ... Яңғыҙ ҡатын киләсәкһеҙ ауылда ҡараусыһыҙ ҡалған эттәр өсөн приют асҡан.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙҙан "Мең дә бер күҙәтеүем" рубрикаһы159-сы күҙәтеүемЙәш сағында ауыр сиргә тарығас, Мөғлифә Ғүмәрова: “Эй, Хоҙайым, әгәр ҙә миңә ярҙам итһәң, үҙем дә ярҙамыма мохтаждарҙы ташламаҫ инем”, – тип Хоҙайға мөрәжәғәт итә.

Сиренән ҡотолоп, Өфө ҡалаһының 1-се икмәк заводында эшләп, пенсияға сыға ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас , Урал аръяғы райондарының береһендә, үткән быуаттың 70-се йылдарында перспективаһыҙ тип табылып, юҡҡа сыҡҡан Сәксәй ауылына ҡайтып, шул тирәлә ҡарауһыҙ йөрөгән эттәрҙе аҫырай башлап, Хаҡ Тәғәлә алдында әйткән һүҙен үтәй. Әлбиттә, ете тиҫтәгә яҡын йәнде аҫырар өсөн уның пенсияһы ғына етмәй. Ярҙамсылары табыла: урындағы эшҡыуар ауылда үҙенең таҡта ярыу цехын асып, хужалығын һаҡлаған өсөн уға эш хаҡы түләй, аҙна һайын тоҡлап-тоҡлап ярма, магазиндарҙа ҡулланыу срогы сыҡҡан аҙыҡ-түлек алып килә. Хужабикә эттәргә, эшҡыуар хужабикәгә, район етәкселеге эшҡыуарға ярҙам күрһәтә, диләнкә бүлеүҙә булышлыҡ итә.
Эттәр хаҡында Мөғлифә Ғүмәрованың фәлсәфәһе шулай: ”Ни өсөн эттәр кешене тешләй һуң? Ошоғаса үҙен ашатҡан, насар мөғәмәлә күрһәткән хужаһын тешләгән этте күргәнем юҡ. Эттәр кешелектең көҙгөһө кеүек: яҡшы кешене эт тешләмәй...”
Читайте нас: