Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2018, 11:03

Рөстәм Мәрҙәнов премьер-министр вазифаһынан “ҡотолор”мо? Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе вазифаһын кем биләр?

Барыһын да алдан белеүсе “Коммерсантъ” гәзите хәбәр итеүенсә, яҡын арала юғары власть даирәләрендә етди үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Әлеге Хөкүмәт башлығы үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырырға ниәтләй.

Был вазифаға килгәнсе, йәғни, 2013 йылға тиклем, Мәрҙәнов республиканың Милли банкына етәкселек иткәйне. Тыныс, итәғәтле, зыялы чиновник үҙе өсөн сәйәсәттән алыҫ тороуҙы өҫтөн күрҙе, күберәк ваҡытын эш өҫтәле артында үткәрҙе, уның өсөн төбәктең ҡалаларына һәм райондарына эш сәфәре менән сығыу бик һирәк ваҡиға булды. Мәғлүмәт саралары билдәләүенсә, Мәрҙәнов 2017 йылға килемдәр тураһында декларацияһына 4,78 миллион һум эш хаҡы, ҙур булмаған фатир, гараж һәм бер автомобиль күрһәткән.

Хәҙерге яңы шарттарҙа Хөкүмәт рәйесе вазифаһын кемгә тәҡдим итерҙәр? Аналитиктар билдәләүенсә, бөгөн был вазифаны әлеге республика етәксеһе Радий Хәбиров биләүе республика өсөн отошлораҡ булыр ине. Сөнки Башлыҡ вазифаһын башҡарыусы проблемаларҙы хәл итеү өсөн юғары көсөргәнешле эш тәртибе тәҡдим итте, һәр тапшырылған бурысты һәм күрһәтмәне етди контролдә тота. Был осраҡта республика етәксеһе өсөн башҡарма власта әлегә премьер вазифаһы төҫмөрләнмәй.


Ошоға оҡшаш мәҡәлә уҡырға тәҡдим итәбеҙ:


Читайте нас: