- Машинам да, үҙем дә ҡартайҙыҡ. Ял йортона килгәйнем, тик оҡшамай. Ашау яғы ла...
Мин уны кискелеккә тыуған ауылыма ҡунаҡҡа саҡырҙым. Атай менән әсәйгә алдан әйтеп ҡуйып, төп йортобоҙҙа халыҡ артисы килеү хөрмәтенә оло мәжлес ҡорҙоҡ. Атайым һарыҡ һуйған. Мунса инеп сыҡтыҡ. Кис барлыҡ туғандарыбыҙ йыйылып һөйләшеп ултырғанда әсәйем атайымдың ҡолағына ишетелер-ишетелмәҫ итеп шулай тине:
- Бавай, был теге икенсегә әүрәп этен үлтереүсе кеше түгелме һуң...
Әлбиттә, бында һүҙ билдәле яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаевтың “Һарығолаҡ” тигән әҫәре буйынса ҡуйылған фильмда Һиммәт ролен башҡарыусы Әхтәм Абушахманов хаҡында бара ине. Рәхәтләнеп көлөштөк.
Авторҙың мәҡәләләрен сайтыбыҙҙан ҡарай алаһығыҙ.