Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2018, 12:31

Илһам Вәлиев ике аҙна самаһы йырламаясаҡ. Рәсәйҙең абруйлы “Алтын битлек” бүләге хужаһына нимә булған?

Екатеринбург Дәүләт опера һәм балет театрында йырлаусы яҡташыбыҙ Илһам Вәлиев “Кармен” спектаклендә ҡатнашҡанда тән йәрәхәте алған. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә.

“Бөтә трюктарҙы профессионал каскадёр һәм ҡул көрәше буйынса оҫта ҡуйғайны. Бөтәһе лә бик яҡшы эшләнгәйне, нисә тапҡыр йырланым, бер тапҡыр ҙа ҡан ҡойош булмағайны. Был юлы нимәлер булды, мин яра алдым, өҫкө һәм аҫҡы ирендәрем яраланды”, – тип хәбәр итә атаҡлы йырсы.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, етди яраларға ҡарамаҫтан, йырсы тамашаны туҡтатмаған, табип антрактта ярҙам күрһәтә, спектакль ҙур алҡыштар менән тамамлана. Аҙаҡ Илһамды дауаханаға алып барып, яраларын тегәләр. Ул ике аҙна йырламаясаҡ.
Читайте нас: