Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2018, 21:00

Беҙ ғорурланырлыҡ “Тамыр” бар.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Тамыр” студияһы етәксеһе Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина “ТЭФИ-төбәк” бөтә Рәсәй телевизион конкурсында төбәк телевидениеһын үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн абруйлы бронза һын менән бүләкләнде.

Мәғлүм булыуынса, ТЭФИ статуэткаһы телевидение оҫталары араһында күптәр алырға теләгән иң юғары награда иҫәпләнә. Хәҙер нисә йылдар буйы “Тамыр” студияһын етәкләгән һәм нисәмә малайҙарға һәм ҡыҙҙарға ҡанат ҡуйыуҙа ҡатнашҡан етәксенең Рәсәй кимәлендәге бүләкә лайыҡ булыуы бөтәбеҙ өсөн дә ҙур шатлыҡ.
Гөлназ Фәрит ҡыҙы үҙе лә шатлығын йәшермәй: “Миңә еңеүҙе яҡынайтҡандары өсөн ТЭФИ академияһына, “Тамыр” коллективына, үҙемдең остаздарыма, ғаиләмә һәм башҡаларға рәхмәтемде белдерәм. Бәләкәй тамашасыларыма туған телемдә өндәшеүем өсөн бәхетлемен. Һәр саҡ шуны ҡабатлайым: туған тел ул – күңел теле. Балаға яҡын һәм аңлайышлы тел. Рәсәй телевидение йәмәғәтселегенә беҙҙең башҡорт теленең, башҡорт мәҙәниәтенең аңлайышлы һәм яҡын булыуы өсөн шатмын”.
“Ағиҙел” журналы коллективы “Тамыр” студияһын, уның етәксеһе Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһаринаны ҙур еңеү менән ҡотлай һәм яңы уңыштар теләй. Рәсәйҙә беҙ һәр ваҡыт ғорурланырлыҡ “Тамыр” бар.
Читайте нас: