Флүр Ғәлимов быйыл Мәскәүҙең “Художественная литература” нәшриәтендә “Покаяние над пропастью” трилогияһын сығарып, бөтәһен дә шаҡ ҡатырҙы. Был китапты Европа илдәренең тиҫтәләрсә уҡыу йорто һәм китапханалары заказ буйынса һатып алған. Яңы ғына әҙәбиәтселәр атаҡлы “Роман-газета” серияһында Флүр Ғәлимовтың “Златокрылая птица Хумай” романын ҡулдарына алды. Әйткәндәй, һуңғы тапҡыр башҡорт яҙыусыһының әҫәре “Роман-газета”ла утыҙ йыл элек сыҡҡан. Ул да булһа, бөйөк Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы.
Бөтөн донъяға билдәле әҙәбиәт тәнҡитсеһе Лев Аннинский яҡташыбыҙҙың ижады хаҡында мәҡәлә әҙерләй. Етмәһә, әлеге мәлдә Мәскәү редакцияларының береһендә Флүр Ғәлимовтың әҫәре “Тыйылған емеш тәме” исеме менән инглиз теленә тәржемә ителә.