Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Ноябрь 2018, 12:57

“Юлдаш”тың иң популяр алып барыусыларының береһе Марсель Байдәүләтов ни өсөн эфирҙан юғалды?

Юғалманы. Хәҙер уны Өфө ҡала хакимиәтенән табырға мөмкин. Оператив кәңәшмәлә Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин йыйылыусыларҙы мэрияның яңы матбуғат секретары менән таныштырҙы.


Марсель 1986 йылдың 18 декабрендә Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында тыуған. Башҡорт Дәүләт университетының филология факультетында белем алған, хеҙмәт юлын Башҡортостан радиоһының “Юлдаш” мәғлүмәт һәм музыка каналының алып барыусыһы сифатында башлай.

Ошо каналда алып барыусыларҙың етәксеһе, 2013 йылдан баш продюссер вазифаларында уңышлы эшләй. Бер нисә йыл элек ул эфирҙан ҡапыл юғалды һәм ишетелмәй башланы. Ғәжәпләнеп шылтыратҡан радио тыңлаусыларға шуны әйттеләр: “Марсель хәҙер бында эшләмәй, уны Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә табырға мөмкин”. Хөкүмәт коридорҙарында һынауҙы лайыҡлы үткән Марсель Байдәүләтов хәҙер яуаплыраҡ вазифа биләй.



----


Читайте нас: