Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Ноябрь 2018, 11:51

Өфө менән Ҡаҙан ярыша, ә беренсе урынға Төмән сыға.

Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге Финанс институты йыл һайын тормош сифаты буйынса ҡалаларҙың рейтингын билдәләй. Яңыраҡ ошо бәйгенең тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Беренсе урындарҙа – Төмән, Грозный, Мәскәү ҡалалары. Эксперттар 250 меңдән ашыу кеше йәшәгән 78 ҡалала йылдан ашыу социалогик тикшереүҙәр, һорау алыуҙар үткәргән, бынан тыш, Росстат мәғлүмәттәрен файҙаланған.

Былтырғы һымаҡ, быйыл да Татарстандың баш ҡалаһы Ҡаҙан тәүге өсәү иҫәбенән төшөп ҡалған һәм дүртенсе урында ныҡлы урын алған.


Өфө ҡалаһына йәшәү сифатын күтәреү, ҡалала уңайлыҡтарҙы үҫтереү буйынса байтаҡ эшләргә тура килмәгәйе. Сөнки, башҡалар менән сағыштырғанда, беҙ биләгән урын һис тә маҡтанырлыҡ һәм ғорурланырлыҡ түгел. Иҫтә ҡалдырайыҡ, быйылға беҙгә нибары 14-се урын менән мөрхәтһенергә тура килә.


Хәҙер республикала һәм ҡалала хакимиәт алышынды, элекке һымаҡ, буш һүҙҙәр һәм эш менән нығытылмаған лозунгылар ишетелмәй. Етәкселек аныҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү һәм мәшәҡәттәрҙе хәл итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эшләй.

Әйткәндәй, ошо конкурста ҡатнашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһы 30-сы урынға сыҡҡан.


------
Читайте нас: