Ул арала булмай, полиция хеҙмәткәрҙәре тимер люктарҙы металл ҡабул итеү пунктына урлап һатыу менән шөғөлләнгән асарбаҡты тотҡан. 43 йәшлек ир өс суйын ҡапҡасты урлауы һәм, ас булыуы сәбәпле, һатыуы хаҡында әйткән. Был миҫал буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тик бер кешене ғәйепкә тарттырып ҡына мәсьәләне хәл итеп булырмы? Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфө ҡалаһындағы барлыҡ тимер-томор ҡабул итеү пункттарын контролгә алырға ҡушты.