Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Ноябрь 2018, 13:45

Башҡортостанда ике “Һәләкәт юлы” теркәлгән. Был үлемесле юлдарҙы нисек урап үтергә?

Еңел автомобилдәр һаны ишәйеү менән, юлдарҙа транспорт ваҡиғалары ла күберәк теркәлә. Башҡортостанда туғыҙ айҙа юл-транспорт фажиғәләрендә 325 кеше һәләк булған. Иң күп авария Өфө-Ырымбур (147 ҡорбан), М-5 “Урал” Һамар – Өфө – Силәбе (124 ҡорбан) трассаларында теркәлгән. Һәләк булыусыларҙың 80 проценты ауыр тән яралары алыуҙан үлгән. Иң аяныслыһы шул, һәләк булыусыларҙың 60 проценттан ашыуы әүҙем хеҙмәт йәшендәгеләр, эшкә барғанда, йәки ҡайтҡанда һәләкәткә осрағандар.

Республика етәкселеге бәләгә тарығандарға ярҙам, һауа шарттарының үҙгәреүен алдан хәбәр итеү, водителдәр араһында аңлатыу эштәре алып барыу һымаҡ эштәргә иғтибарҙы арттырырға ҡушты. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров: “Әгәр һауа шарттарының үҙгәреүенә ваҡытында иғтибар итһәк, моғайын, һәләкәтәр аҙыраҡ булыр ине”, – тигән үкенес белдерҙе.


Юлдарҙа бәләнән ҡотолоуҙың иң уңайлы юлы – үҙеңә юл ҡағиҙәләрен теүәл һаҡлау, транспорт сараларын ҡыуып үткәндә һаҡ булыу. Әгәр һәр водитель үҙ эшенә яуаплы ҡараһа, юлдарҙа бәләләр, һис шикһеҙ, аҙыраҡ теркәләсәк.


----

Оҡшаш мәҡәләләр:

Читайте нас: