Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Ноябрь 2018, 16:56

Ашығыс хәбәр! Заводтың яныуында кем ғәйепле?

Стәрлетамаҡта йәшәүселәр иртән иртүк ҡаланың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан сәнәғәт зонаһында ҡара төтөн күтәрелеүенә иғтибар итте. Янғын ваҡытында шартлау тауышы ишетелде.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынын хәбәр итеүҙәренсә, ҡаланың синтетик каучук заводында янғын хәүефһеҙлеген боҙоу сәбәпле, цистерналарҙың береһендә тиҙ тоҡана торған углеводород яна башлаған. Ул, һауа менән ҡушылыу сәбәпле, шартлау хасил булған һәм тәүҙә өс кеше зыян күргән, аҙаҡ тағы бер эшсене тиҙ ярҙам менән дауаханаға алып киткәндәр. Әле дауахананан хәбәр итеүҙәренсә, эшселәр ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Янғын бер сәғәт эсендә һүндерелгән.


Был завод Рәсәйҙә синтетик каучук етештереү буйынса иң ҙурҙарҙың береһе, продукцияһы сит илдәргә лә оҙатыла. Янғын һөҙөмтәһендә предприятеның эшмәкәрлегенә зыян килмәгән, ул ҡәҙимге тәртиптә эшләүен дауам итә.




----

Оҡшаш мәҡәлә:
Читайте нас: