Республика етәксеһе билдәләүенсә, киләсәктә торлаҡ-коммуналь хужалығы алдында ҙур бурыстар ҡуйыла, яңы йылдан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса территориаль киңлеккә күсеү иҡтисади һәм соцаль йәһәттән эштәрҙе яңыса ойоштороуҙы талап итәсәк. Республиканың яңы Башлығы үҙенең командаһын туплау һәм көсәйтеү йәһәтенән эҙмә-эҙлекле аҙымдар яһай. Урындарҙа хакимиәттәргә буйһонған тармаҡтар үҙҙәренең вазифаһына үтә яуапһыҙ ҡарауы фажиғәләргә килтереүе ихтимал. Үткән ял көндәрендә генә ике бала Өфө ҡалаһында канализация ҡоҙоҡтарына ҡолап төшкән. Был хаҡта хатта үҙәк мәғлүмәт саралары хәбәр итеп өлгөрҙө, тикшереү комитеты әлеге яуапһыҙлыҡты контролгә алды. Ҡала хакимиәтенең яңы башлығы Өлфәт Мостафин үҙе ҡала буйлап сыҡҡан һәм люктар менән ҡапланмаған алтмыштан ашыу ҡоҙоҡ тапҡан. Әлбиттә, бындай еңел ҡараш менән кешеләргә хәүефһеҙ тормош тәьмин итеү мөмкин түгел. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта етди һөйләшеү булды.